Малаҡ
боғаҙында ауыр хәлдә ҡалған Мьянма һәм
Бангладештың йөҙҙән ашыу ҡасағы Индонезия
ярҙарына барып етә алды.
Индонезия
ҡотҡарыусылары, асыҡ диңгеҙҙә бәләкәй
караптарҙа һыуһыҙ һәм аҙыҡһыҙ йонсоған
йәнә 400-ҙән ашыу кеше булырға тейеш, тип
иҫәпләй. БМО иҫәбенсә, улар 4 меңдән ашыу
булырға мөмкин.
Ҡасаҡтарҙың
күпселеге- ҡыҫырыҡлауҙарға дусар булған,
әҙселекте тәшкил иткән Мьянма мосолмандары.
“Мосолман
иленә барып етеү өсөн, Малайзиямы ул,
Индонезиямы- уныһы беҙгә барыбер, беҙ
кәмәләргә ултырып киттек. Алыҫ булыуы
ла мөһим түгел, ул мосолман иле генә
булһын,”-ти Мьянма ҡасағы.
Тәүҙә
Малайзия һәм Таиланд үҙ сиктәрен ҡасаҡтар
өсөн япҡайны. БМО Генераль сәркәтибе
телефон аша уларҙың премьер-министрҙарына
диңгеҙҙә бәләгә осраусыларға ярҙам
итеү бурысы һәм ҡасаҡтарҙы көсләп
ватандарына кире ҡайтарыуҙың тыйылған
эш булыуын иҫкә төшөргәс, улар үҙҙәренең
ҡарарын үҙгәртте.
АҠШ
7 мең ҡасаҡты ҡабул итергә ярҙам итәсәге
тураһында белдерҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий