четверг, 21 мая 2015 г.

Перу: полициянан конкистадорҙар һәм инк-сквоттерҙар.


Шишәмбе көн Перу баш ҡалаһы Лиманың көньяғында конкистадорҙар тарафынан инк ҡәбиләләрен баҫып алыу күренешен хәтерләткән ваҡиғалар ҡуйырып китте.

Атлы полиция археологик ҡаҙыныуҙар барған урында тотош ғаиләләре менән урынлашып алған 400 самаһы асарбаҡты ҡыуыу менән мәшғүл булды.
Полиция һәм сквоттерҙар өсөн Перу мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән инк осорона саҡлы дәүергә ҡараған Таблада де Лурин некрополе ҡаршылыҡ аренаһына әйләнде.

Асарбаҡтар көн күргән төйәктәрен тыныс ҡына ташлап китергә теләмәне һәм полицияны таш яуҙырып ҡаршы алды. Тәртип һағындағылар йәш ағыҙыусы газ ҡулланды. Алышта асарбаҡтар ҙа, полицейскийҙар ҙа тән йәрәхәттәре алды. 15 кеше ҡулға алынды.






Комментариев нет:

Отправить комментарий