среда, 6 мая 2015 г.

Донъя чемпионаты-2022: Катар хеҙмәт ҡоллоғон юҡ итергә йәнә вәғәҙә бирә.


Катарҙа 2022 йылда буласаҡ футбол буйынса донъя чемпионаты яңы ғауғаларға күмелде. Катар властарының ФИФА чиновниктарына миллионлы ришүәттәр биреүе тураһындағы имеш-мимеш хәбәрҙәрҙән һуң, хоҡуҡ һаҡлаусылар спорт объекттары төҙөлөштәрендәге хеҙмәт шарттары хаҡындағы мәсьәләне күтәрҙе. Асылда Катарға эшкә килгән сит ил эшселәре эш биреүсеһенә бойондороҡло булып ҡала.

Абдулла Сәлих Мөбәрәк әл-Хулайфи, Катарҙың хеҙмәт министры:

Хеҙмәт министрлығы алдына бик етди проблема килеп баҫты. Мин иҫ киткес күп сит ил эшселәрен, йәки “ҡунаҡ эшселәрҙеһәм уларҙы ҡабул итеү буйынса инфраструктураның һуңлатылыуын күҙ уңында тотам. Был беҙҙең хата, тип уйлайым, беҙ уны төҙәтергә тырышабыҙ”.

Әйтергә кәрәк, бер йыл элек үк Катар властары хеҙмәт баҙары реформаһын башлауҙары тураһында иғлан иткәйне. Әммә ғәрәпсә “кафала” тип аталған система әле булһа йәшәп килә. Хоҡуҡ һаҡлауслар Доханы ситтән килеүселәрҙе аяуһыҙ эксплуатациялауҙы туҡтатырға саҡыра.

Минки Уорден, Human Rights Watch глобаль инициативалар директоры:

Катарҙа эшсе мигранттар өсөн шарттарҙы яҡшы тип әйтеп булмай. Унда илдән сығып китеүҙең дискриминацион системаһы йәшәй, ә был иһә уларҙы эш биреүсегә тулыһынса бәйле итә. Әгәр эшкә яллаусы ҡул аҫтындағылар менән ғәҙел булмаһа, эшсе алдында етди проблемалар килеп тыуа: ул илдән китә лә, яңы эш урыны таба ла алмай.”

Хоҡуҡ һаҡлаусылар тәнҡитенә эләккән йәнә бер нәмә- спорт объекттарын төҙөгән иммигранттарҙың эш шарттары. Бында ла властар хәлде үҙгәртергә- эшселәрҙе ярым емерек ятаҡханаларҙан бүлмәләрҙә 4-әр кеше торған “хеҙмәт лагерҙарына” күсерергә, ашханаларҙа ашатырға вәғәҙә бирә.






Комментариев нет:

Отправить комментарий