среда, 6 мая 2015 г.

Африканан Европаға: Урта диңгеҙҙә мигранттарҙы ҡотҡарыу кадрҙары.


Йәшәү өсөн көрәш...Видеокадрҙарҙа беҙ Урта диңгеҙҙә батыусы мигранттарҙы ҡотҡарыу мәлен күрәбеҙ. “Зеран” сауҙа карабы командаһы авария кәмәһенән тиҫтәләрсә кешене эвакуациялай. Ҡотҡарыу түңәрәктәре һәм жилеттары ярҙамында мигранттар “Зеран”ға йөҙөп килә һәм берәм-берәм палубаға күтәрелә.

Хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға уҙған йәкшәмбелә булған. Гана, Гамбия, Сенегал һәм Кот-д’Ивуарҙан 240 ҡасаҡ Ливияға килгән һәм ике резина кәмәлә Италияға юлға сыҡҡан. Кәмәләрҙең береһе һәләкәткә осраған.

Ҡасаҡтар һөйләүенсә, кәм тигәндә, 40 кеше һәләк булған. Ҡотҡарылған әҙәмдәрҙе Сицилияның Катания портына килтергәндәр.

Италияның яр буйы һағы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы бер нисә көн эсендә Урта диңгеҙҙә 7 мең самаһы мигрант ҡотҡарылған.

Халыҡ-ара “Балаларҙы ҡотҡарайыҡ” ойошмаһы вәкиле һүҙҙәре буйынса, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, бик күп кешеләр шулай юлға сыға:

Һуңғы аҙналарҙа ҡасаҡтар үҙҙәре ҡалдырып киткән илдәр, ундағы йыртҡыслыҡтар хаҡында һөйләне. Уларҙың ҡотолоу өсөн берҙән-бер сараһы- ҡасыу.”

Италия ЕС илдәрен быйыл ғына 1800 кешенең ғүмерен өҙгән Урта диңгеҙҙәге халыҡты законһыҙ ташыуҙарға ҡаршы көрәште йәнә көсәйтергә саҡырҙы. Ике аҙна элек, Европаға юл тотҡанда, Сицилия боғаҙында 800 самаһы ҡасаҡ һәләк булған. Уларҙың кәүҙәләрен дә таба алмағандар.






Комментариев нет:

Отправить комментарий