среда, 6 мая 2015 г.

АҠШ Германия менән бергә Австрияла шпионлыҡ менән шөғөлләнгән.


Австрия, киң мәғлүмәт сараларында пәйҙә булған АҠШ Милли именлек агенствоһының Германия махсус хеҙмәттәре ярҙамында Австрия сәйәсмәндәре һәм компаниялары артынан шпионлыҡ итеүе тураһындағы мәғлүмәт арҡаһында, судҡа мөрәжәғәт иткән.

Шпион ғауғаһы Германияла бер нисә аҙна элек тоҡанып китте. Оппозиция Германия федераль канцлеры Ангела Меркелде был эш буйынса присяга аҫтында мәғлүмәт бирергә саҡырҙы. Идара итеүсе коалиция сафтарында ла көсөргәнешлелек арта.

Илдең иҡтисад министры, Социаль-демократик фирҡә башлығы Зигмар Габриэль был мәсьәлә хаҡында Ангела Меркель менән ике тапҡыр һөйләшеүе тураһында белдерҙе:

Сәнәғәт шпионажы хаҡында мәғлүмәттәр раҫланһа, немец иҡтисадына ышанысты был етди ҡаҡшатыр ине.”

Милли именлек агенствоһының Европала масштаблы күҙәтеү алып барыуы тураһындағы Эдвард Сноуден фаш иткән мәғлүмәт Германия йәмәғәтселегенең асыуына тейҙе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий