Дмитрий
Кознов һуғышҡа 18 йәшендә китә. 1943 йылда,
фашистар Смоленск һәм Ельня янында
торғанда, ҡулына һис ҡасан ҡорал алмаған
театр училищеһы студенты баш ҡаланан
илен һаҡларға китә. Һуғышта аҙағынаса
була: Смоленск янындағы алыштарҙан һуң,
Ленинград блокадаһын өҙөүҙә ҡатнаша,
Белоруссия, Украина, Польша, Германияла
һуғыша. Мөғжизә менән генә иҫән ҡала.
“Мин
шул ҡәҙәр контузия алдым- ҡан төкөрөп
яттым. Бына ул мине ҡотҡарҙы, яу яланынан
алып сыҡты. Ә үҙе сибек кенә ҡыҙ ине. Ул-
Зоя Федорова, бик популяр шәфҡәт туташы,
ҡотҡарыусы шәфҡәт туташы.”
Үҙенең
орден һәм миҙалдарын Дмитрий Кознов
тағып йөрөргә бик яратмай. Телекамера
өсөн генә кейеп күрһәтә лә йәнә сисә.
“Төп
награда,-ти ул,- тормош тәжрибәһе. Әгәр
ул ҡурҡыныс йылдар булмаһа, ысын дуҫлыҡ,
ысын тоғролоҡ, ысын намыҫ һәм ялғандың,
хатта ысын шатлыҡтың да
нәмә икәнен, моғайын
белмәгән булыр инем.”
“Иң
ауыр мәлдәрҙә көлкө хатта күберәк тә
булды,-тип һөйләй ветеран.-Был бер-береңде
дәртләндереү сараһы ине, витамин һымаҡ.
Ауыр булған һайын, кеше көрәшергә,
тормошҡа ҡайтырға тырыша. Кешенең
психологик натураһы ҡайғыларға ҡаршы.”
Иң
ҙур шатлыҡ- Германия менән һуғыштың
һуңғы көнө. Дмитрий Козновтың полкында
Германияның капитуляцияһы хаҡында бер
тәүлек самаһы үткәс кенә белеп ҡалалар.
Полкташтарынан берәүһе яңылыҡты радионан
ишетеп ҡала.
“Урыҫтарға
хас булғанса күңел астыҡ. Барыһы өсөн
дә бәхетле инек. Үбештек, ҡосаҡлаштыҡ.
Баш кейемдәрен һауаға сөйҙөк. Шундай
йылылыҡ, һөйөнөс.”
Һуғыштан
һуң, Кознов уҡыуын дауам итә, театрҙа,
телевидениела эшләй. Бөгөн уның Мәскәүҙәге
фатиры музейҙы хәтерләтә. Бында Дмитрий
Георгиевичтың тетраль постановкаларҙағы
фотолары; Федор Шаляпин, Любовь Орлова,
Александр Солженицын фотолары- улар
барыһы ла был йорттоң хужалары менән
таныш булған.
“Һуғыштан
һуң,-тип хәтерләй Кознов.-кино һәм тетрҙа
ғәжәйеп постановкалар булды. Кешеләр
һуғыштан дөрөҫлөк менән, йөрәк менән
ҡайтты. Бер нәмәнән дә ҡурҡманыҡ, сөнки
күпте күрҙек, күпте кисерҙек!”
70
йыл үткәс тә, ни өсөн рәсәйлеләр был
еңеү менән ғорурлана тигән һорауға
Дмитрий Кознов, оҙаҡ уйланып тормайынса, хисләнеп яуап ҡайтарҙы:
”Милләт
өсөн 70 йыл нимә ул ? Был- бер кеше ғүмере.
Һуғышта бит хәрбиҙәр генә ҡатнашманы.
Ябай граждандар үлмәнеме ни? Бындай
һуғыштан һуң нисек һин ҡапыл икенсе
кеше була алаһың?”
90
йәшкә етеп барғанда ла, Дмитрий Кознов
студенттарға театраль оҫталыҡ дәрестәре
бирә. Икенсе донъя һуғышы темаһына
уҡытыусы менән уҡыусылар йыш әйләнеп
ҡайта. Ул һуғышта СССР, кәм тигәндә, 27
миллион кешеһен юғалтҡан. Бөгөнгө 20
йәшлектәрҙең һәр ғаиләһендә тиерлек
һәләк булған яҡындары өсөн
“әрнеүҙәр-һыҙланыуҙар” йәшәй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий