четверг, 28 мая 2015 г.

Байҙар илай: Швейцария банк серен һаҡлауҙан баш тартты.


Швейцария банк серен һаҡлауҙан бөтөнләйгә баш тартты. Ул шаршамбы көн Евроберләшмә менән граждандарының иҫәптәре хаҡындағы мәғлүмәт менән автоматик рәүештә алмашып тороу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. 2018 йылдан Евроберләшмә даими рәүештә үҙ граждандарының Швейцария иҫәбендәге исемдәрен, адрестарын, һалым идентификация номерҙарын һәм тыуған йылдарын, шулай уҡ иҫәптәренең балансы хаҡындағы мәғлүмәттәрен алып торасаҡ.

Бындай мәғәлүмәт менән алмашыу- декларация үтмәгән килемде, үҙ илдәрендә һалым түләүҙән ҡасып, Швейцария банкыларына йәшергәндәр өсөн оло ҡайғы.

Йылына миллион евронан артҡан килеменең 75 процентын дәүләткә бирмәҫ өсөн, байлыҡтарын һалым органдарынан йәшерергә тырышҡан француз миллионерҙары өсөн ул айырыуса ҙур юғалтыу.


Комментариев нет:

Отправить комментарий