пятница, 29 мая 2015 г.

Британия премьер-министры ЕС-та реформа үткәрергә тырыша.


Британия премьер-министры, Евроберләшмә илдәре етәкселегенә Британияның унда ағза булып тороу ҡағиҙәләрен үҙгәртергә теләүен еткереү өсөн, Европа буйлап сәйәхәткә сығып китте. Гааганан һуң, Дэвид Кэмерон Парижға килде. ЕС саммиты алдынан ул бөтә 27 ил-ағза башлығы менән дә осрашырға ниәтләй.

Франция президенты менән осрашыуҙан һуң, Кэмерон былай тип белдерҙе:

Евроберләшмәнең конкуренцияға һәләтлелеген көсәйтеү маҡсатында һәм Британия халҡының ЕС-та ағза булып тороуыбыҙға борсолоуына яуап итеп, Европа берләшмәһендге реформаны төп урынға ҡуям. Статус-кво беҙҙе башҡаса ҡәнәғәтләндермәй. Үҙгәрештәр Британия өсөн генә түгел, Европаның башҡа илдәре өсөн дә файҙаға ғына буласаҡ.”

Франсуа Олланд Бөйөк Британия ЕС составында ҡалырға тейеш, әммә һуңғы һүҙҙе Британия һайлаусылары хәл итергә тейеш тип иҫәпләй:

Дэвид Кэмерон үҙ тәҡдимдәрен индерер, беҙ бергәләп һөйләшербеҙ, Британия халҡының фекеренә ҡолаҡ һалырға тырышырбыҙ, ә ҡарар- һайлаусылар ихтыярында.”

Дэвид Кэмерон, Британия ЕС-тан сығыу ҡурҡынысы алдында торған бер мәлдә, Евроберләшмә эсендә миграцияны контроль аҫтына алып булыр, закон проекттарына кәртә ҡуйыу мәсьәләһендә милли хөкүмәттәрҙең вәкәләттәре киңәйер, Брюссель ил-ағзалар бизнесына ҡыҫылыуҙы сикләр тигән өмөттә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий