Пентагон
хаталыҡ менән түләмә спораларын Көньяҡ
Кореяға ғына түгел, Австралияға һәм
шулай уҡ 11 штаттың лабораторияһына
ебәргән.
АҠШ оборона министрлығы
түләмәнең тере споралары аҙ булыуы,
халыҡҡа улар хәүеф тыуҙырмауы, ә
хеҙмәткәрҙәр өсөн ҡурҡынысы бик әҙ
булыуы хаҡында белдерә.
Ауырыуҙар
профилактикаһы һәм контролдә тотоу
үҙәге был ваҡиға буйынса тикшереү алып
бара. АҠШ оборона министрлығы үҙе лә
айырым тикшереү үткәрәсәк.
Пентагон
башлығы урынбаҫары Роберт Уорк был
материалдар менән эш барған ведомствоның
бөтә лабораторияларында ла хәүефһеҙлек
ҡағиҙәләрен үтәүҙе тикшерергә бойорған.
Бынан
алда Пентагон тере түләмә спораларын
Ютанан Американың 9 штатындағы
лабораторияға, шулай уҡ Көньяҡ Кореялағы
Американың Хәрби һауа көстәре базаһына
яңылыш оҙатыуын танығайны.
/түләмә
- Сибирская язва/
Комментариев нет:
Отправить комментарий