Португалия
полицияһы Азор утрауҙарындағы Фаяд
утрауы портындағы яхта бортында
наркотиктарҙың бығаса күрелмәгән
партияһын -1150 кг кокаин тапҡан. Йәшерен
баҙарҙа уларҙы 70 миллион евроға һата
алырҙар ине.
Операцияны
Франция һәм Британия махсус хеҙмәттәре
ярҙамында уҙғарғандар. 5 кеше ҡулға
алынған: 4 серб һәм Германияның 1
гражданины.
Комментариев нет:
Отправить комментарий