среда, 13 мая 2015 г.

КХДР-ҙа оборона министры зенитканан атып үлтерелгән.


Төньяҡ Кореяла ил башлығы Ким Чен Ын фарманы буйынса оборона министры Хён Ён Чхоль язаланған. Рейтер агенствоһы Көньяҡ Корея разведкаһына һылтана һәм чиновник 30 апрелдә Пхеньяндың хәрби училищеларының береһендә зенитканан атылған тип бара. Имеш, чиновник, Ким Чен Ын булған хәрби сараларҙың береһендә ойоп китеүе сәбәпле, тегенең асыуына дусар булған.

Хён Ён Чхоль был посҡа тәғәйенләнеүгә бер йылдан кәмерәк ваҡыт үткән, һуңғы тапҡыр уны Мәскәүҙә именлек буйынса халыҡ-ара конференцияла күргәндәр.

Төньяҡ Корея юлбашсыһы өсөн индәйҙер эске сәйәси хәүефтәр булмаһа ла, бындай язалауҙар уҙғарылып тора. Бер йыл элек Ким Чен Ын үҙенең ағаһы Чан Сон Тхэкты уға яҡын булған чиновниктар төркөмө менән язаларға бойорғайны.
.


Комментариев нет:

Отправить комментарий