среда, 13 мая 2015 г.

Путин Керриҙы Ҡырым шарабы менән һыйланы һәм “үҙ позицияһын аңлатты.”


Рәсәй һәм Америка дипломатияһы башлыҡтары шишәмбе көн Сочиҙа ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙең арыуланыуға өмөт барлығын күрһәтте. Джон Керри Сергей Лавров менән бергә үткәрелгән матбуғат конференцияһында санкцияларҙан баш тартыу мөмкинлеге хаҡында һүҙ башланы, шулай уҡ Украина президенты Порошенконы хәрби хәрәкәттәрҙе ҡайтанан башлауҙан һаҡланырға саҡырҙы, шул рәүешле тегеһенең Донецк аэропортын азат итергә ниәтләүен хупламауын белдерҙе.

Джон Керри, АҠШ дәүләт сәркәтибе:

Минск килешеүе үтәлгән сүрәттә, АҠШ һәм ЕС, әлбиттә, санкцияларҙан баш тартасаҡтар. Әммә мин шуны ла аңғарттым: бындағы хәлдәр, утты туҡтатыу режимының йыш боҙолоуы беҙҙе борсоуға һала.”

Сергей Лавров, Минск килешеүен боҙоу мәсьәләһен дә индереп, ҡунаҡ менән бер һүҙле булырға тырышты, уны кеше алдында “Джон” тип атаны.

Сергей Лавров, РФ-ның сит ил эштәре министры:

Утты туҡтатыу режимы боҙолоуы менән Джон менән килешәм. Ике яҡта ла ауыр техниканы сиктән алыу буйынса тәртип боҙоуҙар бар. Был ҡайһы саҡ бер яҡта, ҡайһы саҡ икенсе яҡта күҙәтелә.

Лавров менән һөйләшеүҙәргә саҡлы, Керри 4 сәғәт буйы Владимир Путин менән әңгәмәләште, президент ҡунаҡты Ҡырым шарабы менән һыйланы. Аҙаҡ дәүләт сәркәтибе, “асыҡлығы” һәм “Рәсәй позицияһын ентекле аңлатыуы” өсөн, Рәсәй президентына рәхмәтле булыуын белдерҙе.






Комментариев нет:

Отправить комментарий