среда, 13 мая 2015 г.

Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы доклады: хәмер йотҡан- ғүмерен һәләк иткән.


Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы саң ҡаға. Ул баҫтырып сығарған докладтағы мәғлүмәттәр буйынса, ойошмаға ҡараған 34 ил-ағзала йәш ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында хәмерҙе ғәҙәттән тыш ҡулланыу артҡан.

1992-2012 йылдарҙа ойошмаға ингән илдәрҙә спиртлы эсемлектәр ҡулланыу уртаса 2 процентҡа кәмегән. Докладта хәбәр ителеүенсә, өлкәндәр йылына 10 литр саф алкоголь ҡуллана, был 100 шешә шарапҡа тиң.

Йәштәргә хас булған “экспресс-эскеселек” феномены, йәғни бер кистә 5-8 стакан алкоголь ҡулланыу айырыуса хәүеф тыуҙыра. Йәш буйынса сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, хәмер алыуҙың еңелләшеүе арҡаһында килеп сыға был.

Австралия һәм АҠШ-та 18-24 йәшлек кенә ҡыҙҙарҙың алкоголь менән ағыуланыуы, йәғни алкоголь комаһына китеүе кеүек хәлдәр йыш осрай башлаған.

Докладта әйтелеүенсә, кешеләр, СПИД, көс ҡулланыуҙар һәм туберкулездан бигерәк, хәмерҙе сиктән тыш ҡулланыуҙан күберәк һәләк була. Спиртлы эсемлектәрҙе самаһыҙ ҡулланыу юл-транспорт фажиғәләренә килтерә, енәйәттәргә этәрә.

Докладта билдәләнеүенсә, эстондар ифрат күп эсә- йылына 12,3 литр саф алкоголь. Улар артынан Австрия, Франция һәм Ирландия вәкилдәре килә.

Үҫешкән илдәрҙә алкоголде ҡулланыуҙың уртаса кимәле- 9,1 литр. Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы билдәләүенсә, белем кимәле түбән булған ир-ат эсеүгә әүәҫ, гүзәл зат вәкилдәре араһында хәл төптө киреһенсә.






Комментариев нет:

Отправить комментарий