четверг, 21 мая 2015 г.

Санта-Барбарала нефть түгелгән: ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.


Нефть түгелеүҙән зыян күргән Американың Калифорния штатындағы Санта-Барбара округы властары ғәҙәттән тыш хәл иғлан иткән. Уҙған шишәмбе, Plains All American Pipeline компанияһының нефть үткәргесендәге һәләкәттән һуң, Тымыҡ океанға 2,5 баррель нефть ағып сыҡҡан. Һыу өҫтөндә 14 километрға һуҙылған тап барлыҡҡа килгән. Был- региондағы 18 йыл эсендәге иң ҙур һәләкәт.

Бысраҡ таралған өлкәгә яҡын бармаҫҡа өндәйбеҙ, сөнки нефть продукттарынан бүленеп сыҡҡа матдәләр һаулыҡҡа зыян килтереүе ихтимал,-тип киҫәтә халыҡты Санта-Барбара һаулыҡ һаҡлау бүлеге башлығы Такаши Вада.”

Властар һыуҙы, яр буйҙарын таҙартыу буйынса әүҙем саралар күрә. Операцияла 9 судно ҡатнаша. Санта-Барбараның данлыҡлы пляждары ябыҡ; балыҡ тотоу, моллюскылар йыйыу туҡтатылған.

Федераль регуляторҙар торбаларҙың сафтан сығыу сәбәптәрен тикшерә, ә All American Pipeline вәкиле былай тип белдерҙе:

Хайуандар донъяһы һәм тирә-яҡ мөхиткә килтергән зыян өсөн ғәфү үтенәбеҙ, урындағы халыҡҡа, бында килеүселәргә һалған зыян өсөн үкенес белдерәбеҙ.”

Хайуандар һәм ҡоштар нефть түгелеүҙән зыян күргән. Үҙ теләге менән байтаҡ кешеләр, шул иҫәптән Калифорния университеты студенттары яр буйҙарын таҙартыуҙа ҡатнаша. Уларҙың береһе былай ти:

Ярҙа үлгән пеликандар, һыу ҡоштары, диңгеҙ бесәйҙәре ята. Бик күңелһеҙ хәл был.”

Калифорниялағы был һәләкәт АҠШ тарихында диңгеҙҙә булған иң ҙур экология һәләкәте менән бәйле суд процесына тура килде- 2010 йылда Мексика ҡултығында Deepwater Horizon буровой платформаһында шартлау булғайны. Ул саҡта 11 нефтсе һәләк булды, ә ҡултыҡ акваторияһына 3 ай буйы бысраҡ таралды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий