среда, 20 мая 2015 г.

Индонезия, Малайзия һәм Таиланд сит ил эштәре министрҙары легаль булмаған мигранттар проблемаһы хаҡында һөйләште.


Индонезия, Малайзия һәм Таиланд сит ил эштәре министрҙары шаршамбы көн Малайзия баш ҡалаһында ташыусылар тарафынан ташлап кителгән Бенгаль ҡултығындағы һәм Андаман диңгеҙендәге меңдәрсә легаль булмаған мигрант хаҡында һөйләшеү алып барҙы.

Малайзияның Стратегик тикшеренеүҙәр институтының башҡарма директоры Стивен Вонг былай тине:

Күреүебеҙгә, асыҡ диңгеҙҙә гуманитар көрсөк. Һүҙ сәйәсәт хаҡында түгел, ә меңдәрсә кеше өсөн үлем ҡурҡынысы тураһында бара. Көрсөккә ҡаршы тороу өсөн, был илдәрҙең башлыҡтарына бер сара күрергә, аныҡ позиция булдырырға һәм шул рәүешле үҙ граждандары алдында абруйҙарын һаҡлап ҡалырға кәрәк.

Һуңғы аҙнала ғына Малайзия һәм Индонезия ярҙарына 3 мең самаһы легаль булмаған мигрант килеп төшкән.

Ошо йылдың тәүге кварталында, БМО мәғлүмәттәре буйынса, Мьянма һәм Бангладештан килеүсе мигранттарҙың иҫәбе 25 мең кешегә еткән. Улар үҙ ватанында күпселекте тәшкил иткән буддистар тарафынан эҙәрлекләнә.

Шаршамбы көн балыҡсылар Бангладеш һәм Мьянманың йөҙҙәрсә ҡасағын ҡотҡарған. Рәсми властар уларға һыйыныу урыны бирергә уйламай, хатта Индонезия, Малайзия һәм Таиланд яр буйы һағы мигранттар ултырған караптарҙы үҙ территориаль һыуҙарын ҡалдырып китергә мәжбүр итә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий