четверг, 7 мая 2015 г.

Британияның һайлау системаһы: ул нисек ҡоролған?


Күп тиҫтә йылдар буйы Британия сәйәсәте парламенттағы данлыҡлы һүҙ дуэленә ҡайтып ҡалды. Театраль тамашаға оҡшаған был уйын Ҡушма Короллектең сәйәси сәхнәһендә өҫтөнлөктө алып торған ике фирҡә- лейбористар һәм консерваторҙар араһында араһында барҙы. Улар власҡа сиратлап тиерлек килде һәм был ҙур ауырлыҡ тыуҙырманы.

Быйыл иһә тәүге тапҡыр телебәхәстәр уҙғарылды, унда ғәҙәттәгесә ике түгел, ете кандидат ҡатнашты. Традицион ике уҙышсы һайлаусларҙың күпселеген үҙ яғына ауҙара алмаҫ кеүек, шуға күрә клубҡа яңы уйынсылар- “королдәрҙе барлыҡҡа килтереүселәр” атамаһын алған ҙур булмаған фирҡәләр инә.

Ҡушма Короллектең ҡатмарлы һайлау системаһы арҡаһында, улар үҙҙәренең бәләкәй, әммә мөһим ролен уйнай. Ул система йөҙ йылдан ашыу йәшәп килә һәм ваҡ фирҡәләргә өҫтөнлөк бирмәй. Бөйөк Британия 650 һайлау округынан тора. Тауыштарҙы иң күп йыйған кандидат депутат була. Шул рәүешле Вестминстерҙа халыҡтың 650 һайлам кандидаты ултыра.

Общиналар палатаһында ике төрлө сценарий булыуы ихтимал: депутаттарҙың 50 проценттан ашыуын үҙ эсенә алған фирҡә идара итеүсе булып китә, берәү ҙә күпселекте алмаһа инде ул “һауала аҫылынып торған” парламентҡа әйләнә. Британияла бындай хәл һирәк булған- 1910 йылдан бирле 5 тапҡыр ғына. Бындай осраҡта йәнә ике мөмкинлек бар: әҙселек хөкүмәтен йәки коалиция төҙөү. 2010 йылда тап шундай хәл булды ла. Һайлаусыларҙың тауыштары ла һайлау уҙышында ҡатнашыусылар араһында бүленә. Бәләкәс фирҡәләр тауыштарҙы үҙҙәренә барған һайын күберәк йәлеп итһә лә( милли кимәлдә 25%), парламентта был уларға өҫтәмә урындар бирмәй.

2011 йылда ул системаға реформа яһарға маташып ҡаранылар, ошо темаға “альтернатив тауыш бирергә” тәҡдим итеүсе референдум да үткәрелде. Тик идея уңышһыҙлыҡҡа осраны- һайлаусларҙың өстән ике өлөшө ҡаршы булды.

Британияның әлеге сәйәси хәлдәре ҡәҙимге тәртипкә буйһонмай. Элек көрәш ике фирҡә араһында барҙы, еңеүселәр хөкүмәт төҙөнө, еңелеүселәр оппозицияла ҡалды. Тик ваҡыт үтә, барыһы ла үҙгәрә. Ҡушма Короллектең киләһе хөкүмәте бер фирҡә вәкилдәренән генә тормауы ла ихтимал.





Комментариев нет:

Отправить комментарий