суббота, 9 мая 2015 г.

АҠШ Ираҡ Курдстаны бойондороҡһоҙлоғон яҡламаясаҡ.


Ираҡ Курдстаны президенты Масуд Барзани Вашингтондағы аҙнаға һуҙылған визитын тамамланы. Унда ул президент Обама менән осрашты. Визиттың маҡсаты курд ополчениеһы өсөн хәрби ярҙам алыу һәм АҠШ-тың Курдстан бойондороҡһоҙлоғон таныу мөмкинлеге хаҡындағы һөйләшеүҙәре ине. Американлылар ИДИЛ менән көрәштә курд формированиеларының ролен юғары баһалаһалар ҙа, бойондороҡһоҙлоҡто танырға әҙер түгелдәр.

Пол Бремер, 2003-2004 йылдарҙағы Американың оккупация администрацияһы башлығы:

Әлеге ваҡытта бойондороҡһоҙ Курдстандың төҙөлөүе Америка йәки Ирак мәнфәғәттәренә, хатта, мин әйтер инем, курдтарҙың үҙҙәренең мәнфәғәтенә лә тап килмәй. Президент Барзани үҙе әйткәнсә, регионда төрлө үҙгәрештәр бара, был мәсьәләне әлегә ситкә ҡуйып тороу яҡшыраҡ буласаҡ.”

Ираҡ курдтары, ИДИЛ-ға ҡаршы хәрби хәрәкәттәр тамамланғас, бойондороҡһоҙлоҡ хаҡында референдум үткәрергә уйлай.

Штефан Гробе: “Вашингтонда президент Барзаниҙы ИДИЛ-ға ҡаршы көрәштә уңышлы союздаш итеп ҡабул иттеләр. Аҡ йорт курд бойондороҡһоҙлоғон яҡламаһа ла, Барзани һүҙҙәре буйынса, американлылар Пешмерга ополчениеһын бөтә кәрәкле ҡорал менән тәьмин итәсәктәрен белдергән.”





Комментариев нет:

Отправка комментария