суббота, 9 мая 2015 г.

Ҡыҙыл майҙанда парад: “ветерандар- Еңеү көнөнөң төп геройҙары.


Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы парад- Рәсәй парадтар тарихындағы иң масштаблыһы үтте. Унда 16 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр, 200 берәмек ҡоро ер техникаһы һәм 143 самолет һәм вертолет ҡатнашты. Иң яңы ҡорал өлгөләре урын алды. Йәйәүле колонна составында сит ил ҡораллы көстәренең ун парад расчеты ла марш менән уҙҙы.

Ҡыҙыл майҙан парадының почетлы ҡунаҡтары 2 300 ветеран ине.

Байрам сараларында ҡатнашыу өсөн, Рәсәй дәүләте башлығының саҡырыуы буйынса, Мәскәүгә 30 тирәһе ил башлығы һәм халыҡ-ара ойошма етәксеһе килде. Гитлерға ҡаршы коалициялағы СССР-ҙың союздаш дәүләт башлыҡтары, Икенсе донъя һуғышында еңелеүгә дусар булған Германия һәм Япония етәкселәре тантанаға килмәне.

Парадты Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең Баш командующийы, Рәсәй президенты Владимир Путин ҡабул итте. Ул, еңеүгә индергән өлөштәре өсөн, ветерандарға, Бөйөк Британия, Франция, АҠШ халҡына һәм төрлө илдәрҙең антифашистарына рәхмәт белдерҙе. Президент, фронтовиктарға мөрәжәғәт итеп, Еңеү көнөнөң төп геройҙары улар булыуы хаҡында әйтте. Һәләк булғандар хөрмәтенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Парадтан һуң, Рәсәй президенты Владимир Путин һәм сит ил ҡунаҡтары Билдәһеҙ Һалдат ҡәберенә сәскәләр үреме һалды.






Комментариев нет:

Отправить комментарий