вторник, 2 июня 2015 г.

Мысыр суды элекке президент Мөрси эше буйынса һуңғы ҡарарҙы 16 июндә сығарасаҡ.


Мысыр суды илдең элекке президенты Мөхәммәт Мөрси эше буйынса һуңғы ҡарарҙы 16 июндә иғлан итәсәк. 16 майҙа Мөрси һәм “Мосолман туғандар” хәрәкәтенең тиҫтәләрсә вәкиле 2011 йылғы революция заманында бик күп тотҡондарҙың төрмәләрҙән ҡасыуы һәм күмәк тәртипһеҙлектәрҙә ҡатнашыуы менән бәйле эш буйынса үлем язаһына хөкөм ителгәйне.

Шишәмбе көн, суд ултырышы тамамланғас та, судья Шаабан аш-Шами кисектереү “эске процедураларҙы тамамлау өсөн кәрәклеге” тураһында белдерҙе.

Мәсьәләне хәл итеүҙе тамамлау өсөн, суд һуңғы ҡарарҙы иғлан итеүҙе 16 июнгә ҡәҙәр кисетерергә булды. Хөкөм ителеүсе һаҡ аҫтында ҡаласаҡ,-тип аңлатты ул.

Суд сит дәүләт файҙаһына шпионлыҡ итеү эшенә лә нөктә ҡуйырға тейеш, Мөрсигә был эш буйынса ла ғәйепләү белдерелгән.

Мысырҙа бөтә үлем ҡарарҙарын баш мөфти тикшерә. Уның яуабы әлегә билдәле түгел. Ҡарар мосолмандарҙың изге айы- Рамаҙан айы алдынан ҡабул ителәсәк.

Мөрсигә һәм Мосолман туғандарҙың тиҫтәләрсә ағзаһына ҡаршы процесты һәм үлем ҡарарын БМО, Евроберләшмә һәм Вашингтон ғәйепләп сыҡты.






Комментариев нет:

Отправить комментарий