Хоҡуҡ
һаҡлау ойошмалары раҫлауынса, Аргентинала
һәр 31 сәғәт һайын, көс ҡулланыу
һөҙөмтәһендә, бер ҡатын һәләк
була.”Етте!”-ти ҡаршылыҡ акцияһында
ҡатнашыусылар- ул акциялар 3 июндә
Буэнос-Айреста һәм илдең тиҫтәләрсә
ҡалаһында үтте.
Манифестанттар
хөкүмәттән ҡануниәтте ҡатыландырыуҙы
һәм ҡатын-ҡыҙҙы көс ҡулланыуҙарҙан
һаҡлау өсөн саралар күреүҙе талап итте.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар фекере буйынса, көсһөҙ
енес вәкиле булған өсөн генә, йыл эсендә
ир-ат 277 ҡатынды үлтергән.
-Иң
мөһиме- суд һәм яза биреү. Юғиһә бөгөн
хәлдәр нисек тора? Енәйәтсе
үлтерә, ә икенсе көндө иреккә сыға һәм
йәнә үлтерә. Енәйәттәрҙең язаһыҙ
ҡалдырылыуы арҡаһында килеп сыға был.
-Был
мачолар йәмғиәтендә бөгөн бөтә ир-ат
өсөн ғәфү үтенгем килә. Урамда ҡатын-ҡыҙ
артынан һыҙғырып ҡалыу- нормаль, ҡыҙыҡ
күренеш, ул беҙҙең традицияға ингән,
тип үҫтем. Әммә мин шуны аңламағанмын:
былар артында ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата
көс ҡулланыуҙар ятыуы ихтимал.
Һуңғы
аяуһыҙ үлтерештәр: элекке “һөйгәне”
тарафынан үлтерелгән ҡыҙ, уҡыусылары
күҙ алдында быуып үлтерелгән башланғыс
синыфтар уҡытыусыһы халыҡтың түҙемлеген
һындырҙы һәм ҡаршылыҡ акцияларына алып
сыҡты.
Комментариев нет:
Отправить комментарий