пятница, 5 июня 2015 г.

Рәсәй дифтерия менән ауырыған 6 йәшлек испан балаһын ҡотҡара.


Рәсәй дифтерия менән ауырыған 6 йәшлек малай өсөн сыворотка ебәрҙе: бала бик ауыр хәлдә Барселона хәстәханаларының береһендә реанимация бүлегендә ята.

1986 йылдан бирле, 30 йылға яҡын осорҙа, был тәүге шундай осраҡ. Испания һаулыҡ һаҡлау системаһында бушлай вакцинация булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәләре аңлы рәүештә балаһына прививка эшләтмәҫкә булған. Испания һаулыҡ һаҡлау министры Альфонсо Алонсо һүҙҙәре буйынса, “был ваҡиға ата-әсәләргә вакцинация яһатыуҙың ни ҡәҙәр мөһим икәнлеген күрһәтергә тейеш. Беҙ балаларҙың хоҡуҡтарын яҡларға тейеш. Үҙ балағыҙға прививка эшләтмәйенсә, һеҙ башҡа балаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуяһығыҙ.”

Кәрәкле сывортканы Каталония врачтары бөтә ил буйынса эҙләгән, хатта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһына һәм АҠШ-тың тейешле инстанцияларына мөрәжәғәт иткән, тик ярҙам Мәскәүҙән генә килгән.

Проблема шунда: бөгөн был ауырыу юҡҡа сыҡҡан тип иҫәпләнә, барыһы ла вакцинацияланған,”-тип белдерҙе EL PAÍS гәзитенә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса дәүләт сәркәтибе Рубен Морено. Эпидемиолог Антони Трилья раҫлауынса, “ауырыу Испанияла 30 йыл элек юҡ ителгән: Беҙҙең уйыбыҙса, бактерия дифтерия булған сит ил, сит региондан килеп эләгеүе ихтимал”.

Һуңғы бер нисә йыл эсендә, балалар һаулығына зыян килеүенә шик тыуып, вакцинацияға ҡаршы кампаниялар Көнбайыш илдәрендә, айырыуса АҠШ ата-әсәләре араһында көсәйеп китткән. Яуап итеп, прививкаһы булмаған балаларҙы- ауырыу таратыу ҡурҡынысы булған кешеләрҙе- балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, уйын майҙансыҡтарына һәм спортзалдарға индермәҫкә тәҡдим итеүселәр йышая.

Авторы: Сергей Дубин


Комментариев нет:

Отправить комментарий