суббота, 6 июня 2015 г.

Мюнхен: G-7 саммитына ҡаршы манифестация.


Йома көн йәкшәмбелә “Ҙур ете” саммиты старт аласаҡ Бавария баш ҡалаһы Мюнхенда күп меңлек демонстрация үтте. Саммит билдәле Гармиш-Партенкирхен шифаханаһы янындағы Эльмау ҡәлғәһендә үтәсәк.

Акцияла глобалләшеү сәйәсәтенә ҡаршы булғандар ҡатнашты. Улар Брюсселдең АҠШ менән ирекле сауҙа зонаһы булдырыу планына ҡаршы сыҡты.

Ҙур ете” эшмәкәрлеге,-ти манифестанттарҙың береһе,-эш һөҙөмтәләренә ҡарап баһаланырға тейеш. Беҙ уның Альп ярлылары өсөн мәхшәргә әйләнеүен теләмәйбеҙ, ул үҙ өҫтөнә хәйерсе хәлендәгеләрҙе яҡлау бурысын ҡуйырға тейеш”.

Саммитҡа ҡаршы булғандарҙың төп акцияһы шәмбегә тәғәйенләнгән. Улар үҙҙәренең Гармиш-Партенкирхен ҡаласығындағы лагерынан “Ҙур ете” осрашыуы үтәсәк Эльмау ҡәлғәһенә үк барып етергә иҫәп тота.

Урындағы халыҡ,-ти палаткалы лагерҙа йәшәүсе,-беҙгә көн һайын килә. Улар беҙгә тәм-том килтерә, беҙ улар менән һөйләшәбеҙ, кисен, һыра эскән саҡта, төрлө проблемалар хаҡында әңгәмәләшәбеҙ. Бөтәһе лә яҡшы. Хәүефләнергә сәбәп юҡ. Бында барыһы ла йомшара төштө.”

Тәүәккәл эш итергә әҙер торған 3 мең тәртип һаҡысыһы манифестацияны күҙәтте. Акция апарыу тыныс үтте. Етди эш боҙоуҙар булманы. Кисен палаткалы лагерҙа йәшәүселәр Эльмау ҡәлғәһенә юл тотто.





Комментариев нет:

Отправить комментарий