воскресенье, 7 июня 2015 г.

Рим папаһы донъялағы “һуғыш һулышын” тоя.


Рим папаһы донъялағы “һуғыш һулышын” тоя. Был турала рим-католик сиркәүе башлығы үҙе бер көнгә килгән Һарайҙа белдерҙе (Босния һәм Герцеговина баш ҡалаһы). Ике йыллыҡ понтификаты дәүерендә был Францисктың һигеҙенсе тапҡыр сит илгә сығыуы, ә Балҡанға ярты йыл эсендәге икенсе сәйәхәте.

Кошеволағы олимпия футбол стадионында папаны 70 меңдән ашыу кеше тәбрикләне.

Папа Франциск:
Беҙҙең заманда Ерҙә тыныслыҡҡа ынтылыш күп һанлы ҡораллы ҡан ҡойоштар менән бәрелешә, был иһә өлөш-өлөш йәйелеп торған өсөнсө донъя һуғышын хәтерләтә.”

Папа диндәр һәм мәҙәниәттәр араһындағы кәртәләрҙе алып ташларға саҡырҙы. Ул Һарайҙы төрлө конфессия вәкилдәре- мосолмандар, католиктар һәм православныйҙар- төрлө этник төркөмдәр йәшәгән Европа Иерусалимытип атаны. Понтифик үҙенең сәйәхәтен “тыныслыҡ һәм диалогҡа сәйәхәт” тип баһаланы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий