воскресенье, 7 июня 2015 г.

”Ҙур ете”гә ҡаршы акция полиция менән бәрелешкә барып етте.


Гармиш-Партенкирхендағы ҡаршылыҡ маршы полиция менән ҡаршылыҡҡа барып етте. Германияның Бавария федераль ере көньяғында урынлашҡан шифахана ҡаласығында йәкшәмбелә ”Ҙур ете” төркөмө саммиты асыла. Полиция кәртәһен аша сығырға маташҡан халыҡты тәртип һағында тороусылар йәш ағыҙғыс газ һәм күҫәктәр менән ҡаршы алды.

Саммитҡа ҡаршы манифестацияла 5 мең самаһы кеше ҡатнашты. Тәүҙә тантаналы йөрөш тыныс башланды. Демонстрацияла ҡатнашыусылар: ”Ҙур ете” кирбестәрен таратып, системаны юҡ итәсәкбеҙ”, -тип һөрәнләне. Ҡайһы берәүҙәрҙә шундай плакаттар ҙа бар ине: ”Ҙур ете” шайтанға олаҡһын, мин Путинды яратам”.

Гармиш-Партенкирхен урамдарында ҡурсаҡтар ”Ҙур ете” башлыҡтарын һынландырҙы. Ул төркөмгә Германия, Британия, Канада, Франция, Италия, Япония һәм АҠШ инә.

Был- Рәсәйһеҙ икенсе саммит. Мартта, Ҡырым Рәсәйгә ҡушылыу арҡаһында, ойошма йәнә “ете” форматына ҡайтҡайны.

Саммиттың төп темаһы шулар: донъя иҡтисадын тергеҙеү, климаттың үҙгәреүе, йоғошло ауырыуҙар менән көрәш, Яҡын Көнсығыш һәм Украиналағы хәлдәр һәм Грециялағы көрсөк.

Осрашыу именлеген 20 мең самаһы полицейский тәьмин итәсәк.





Комментариев нет:

Отправить комментарий