воскресенье, 7 июня 2015 г.

Ҡытайҙа теплоход һәләкәте ҡорбандары ҡырҡа артты.


Дүшәмбе көн үҙәк Ҡытайҙағы Янцзы йылғаһында батҡан “Дунфанчжисин” (“Көнсығыш йондоҙо”) теплоходы ҡорбандары һаны 396 булып китте. Был турала Ҡытай властары хәбәр итә.

Йома көн ҡотҡарыусылар йөҙмә крандар ярҙамында судноны һыу өҫтөнә күтәрә алды һәм, һыуҙы һурҙырып, төрлө бүлкәстәрҙе тикшерә башланы.

Ҡотҡарыу операцияһы барышында иҫән ҡалған 14 пассажир һәм экипаж ағзаһы табылды. Улар араһында теплоходтың капитаны һәм баш механигы ла бар ине. Уларҙың һүҙҙәре буйынса, көслө ғәрәсәт фажиғәгә алып килгән.
Батҡан карап бортында йәмғеһе 458 кеше булған.

Хубэй провинцияһындағы Цзяньли өйәҙенә һәләк булғандарҙың йөҙҙәрсә туған-тумасаһы килгән. Уларҙың күбеһе мәғлүмәттең аҙ булыуына зарлана.






Комментариев нет:

Отправить комментарий