воскресенье, 7 июня 2015 г.

Путин: “Беҙҙең һәр эшебеҙ- янауҙарға яуап.”


Италияға визиты алдынан Рәсәй президенты Владимир Путин Il Corriere della Sera гәзитенә интервью бирҙе; унда ул НАТО илдәре менән ҡаршылыҡ, АҠШ менән мөнәсәбәттәр, Украина көрсөгө һәм Рәсәй оппозицияһы хаҡында һөйләне.

Рәсәйҙән янаған хәүеф тураһындағы һорауҙарға яуап биреп, Путин НАТО-ның көнсығышҡа табан атлығыуын һәм АҠШ-тың бер яҡлы рәүештә Ракетаға ҡаршы оборона килешеүенән сығыуын хәтергә төшөрҙө һәм былай тип өҫтәне:

Аҡылы камил булмаған кеше төшөндә генә Рәсәй НАТО-ға һөжүм итеүе ихтимал тип күҙ алдына килтереүе мөмкин. Ҡайһы бер илдәрҙә Рәсәйҙән махсус рәүештә ҡурҡылыҡ яһайҙар (...) Беҙҙең һәр эшебеҙ- беҙҙең адресҡа янауҙарға яуап. Беҙҙең һәр ғәмәлебеҙ сикләнгән күләмдә һәм масштабта, әммә Рәсәйҙең именлеген яҡларлыҡ күләмдә.”

Рәсәй президенты Украиналағы хәлдәр өсөн Көнбайыш яуаплы тип иҫәпләй, сөнки ул һайлауҙар ойоштороуҙы яҡлар урынға түңкәрелеште яҡлап сыҡты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий