понедельник, 8 июня 2015 г.

Диярбаҡыр ҡыуана: төрөк курдтары һайлауҙағы еңеүҙе байрам итә.


Төркиәнең көнсығышындағы Диярбаҡырҙа беренсе тапҡыр парламентҡа үткән курдтар яҡлы Халыҡтар демократияһы фирҡәһе байрам итә.

Диярбаҡыр- ҡасандыр башлыса әрмәндәр йәшәгән боронғо ҡала- 1915 йылда әрмәндәрҙе күпләп ҡырғандан һуң, төрөк Курдстанының рәсми булмаған баш ҡалаһына әйләнгән. Хәҙер ул Төркиәлә, Сүриәлә курдтар иң күп йәшәгән төйәк.

Беҙгә ҡаршы ойошторолған һөжүмдәр, илдәге бөтә ресурстарҙы үҙ ҡулында тотҡан идара итеүсе фирҡәнең беҙгә ҡаршы кампанияһына ҡарамаҫтан, беҙ иҫ киткес еңеү яуланыҡ, беҙҙең менән бергә тыныслыҡ, ғәҙеллек, азатлыҡ яҡлы булған, бер ниндәй өҫтөнлөктәргә лә эйә булмаған төрөк эшселәре лә еңеү яуланы,”-тине Халыҡтар демократияһы фирҡәһе башлығы Сәләхетдин Тимерташ.

Һайлау алдының һуңғы көндәрендә Диярбаҡырҙа фирҡәнең митингыһында ике шартлау булған- 4 кеше һәләк булған, йөҙҙәрсәһе тән йәрәхәттәре алған.

Бөгөн иһә ҡалала байрам. Бында тирә-яҡ ауылдарҙан курдтар һәм Сүриәнән, Ирак Курдстанынан делегациялар килгән. Һәр ерҙә Халыҡтар демократияһы фирҡәһе флагтары елберләй, музыка ишетелә, ә төн еткәс, байрам фейервергы уттары күккә атылды.


Хәҙер Төркиә курдтарының парламентта үҙ фракцияһы барлыҡҡа киләсәк һәм ул башҡа фирҡәләр менән берләшмә төҙөй аласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий