понедельник, 15 июня 2015 г.

Италия: легаль булмаған мигранттар китергә теләй, әммә булдыра алмайҙар.


Дүртенсе көн инде 200 самаһы легаль булмаған мигрант Урта диңгеҙҙәге Франция менән сиктәш булған Лигурияның ҡая ташлы яр буйҙарында ваҡыт уҙғара. Улар Францияға, артабан төньяҡ Европаға үтеп инергә теләй, әммә француз полицейскийҙары уларҙы үткәрмәй.

Шәмбе кис Вентимилья ҡалаһы янындағы Италия-Франция сигендә көсөргәнешле хәл килеп тыуҙы. Мигранттар полицейскийҙар кордонын йырып үтергә маташты. Француз полицейскийҙарына итальян коллегалары ярҙамға килде һәм, көс ҡулланып, уларҙы сигенергә мәжбүр итте.

Римда һәм Миланда Төньяҡ Африка һәм Яҡын Көнсығыш ҡасаҡтары, башҡа Европа илдәренә эләгеү өсөн, вокзалдарға килеп тулды.

Баш ҡалала властар Тибуртин тимер юлы вокзалы районында ваҡытлыса палаткалы лагерь ойошторорға мәжбүр булды.

Был кешеләр транзит статусына эйә. Шундай яңы билдәләмә ул. Закон буйынса улар юҡ. Гуманитар йәһәттән иһә улай түгел. Беҙҙең өсөн улар- ябай кешеләр һәм беҙ уларға ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ,”-ти Италияның “Ҡыҙыл тәре” вәкиле.

Ошо йыл башынан алып Урта диңгеҙ аша Апеннинға 57 мең ҡасаҡ килгән. Италияла бөтә ҡасаҡтарҙы ла урынлаштырырға мөмкинлек юҡ. Италия аша ҡасаҡтар Франция һәм Британияға эләгергә ынтыла, тик уларҙы унда ла көтөп тормайҙар.



Комментариев нет:

Отправить комментарий