вторник, 16 июня 2015 г.

Венгрия: фәҡирлек һәм балалар.


Венгрия ҡалаларының береһендә майҙансыҡта балалар уйнай. Ә һеҙ беләһегеҙме, бик күп бәләкәй венгерҙар балалар баҡсаһында ғына туҡлана ала. Европаның “Евростат” статистик мәғлүмәттәре буйынса, Венгрияла 7 йәшкә ҡәҙәр уғата ауыр йәшәгән балалар һаны 42 проценттан да артып китә. Был күрһәткестәр буйынса, Венгрия Вишеград төркөмө илдәре араһында аҙаҡҡы урында килә һәм был йәһәттән Евроберләшмәлә иң ауыр хәлдәге 5 ил иҫәбендә.

Хөкүмәт ярҙамын алыусылар кәмей бара,- Eurochild фонды президенты Мария Герцог.-Ярлыларға ҡарата кире ҡараш тыуа башланы. Был сәйәси ҡарарҙарҙа ла сағылыш таба, улар фәҡирҙәр өсөн язаға әүерелә, шуға күрә уларҙың тормош шарттары хөртәйә. Ярлыларҙың күпселеге эшһеҙлек сәскә атҡан ауыл ерендә йәшәй. 4 кешенән торған ғаилә аҙыҡ-түлеккә айына 50 евронан артыҡ тотона алмай. Улар йәшелсә үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай, тик балаларҙы яҡшы аҙыҡ менән тәьмин итеү өсөн был ғына аҙ.

Ҡыҙҙарым балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, тип һөйләй яңғыҙ әсә Мария Папп,-улар күбеһенсә ауырып өйҙә ултырҙы. 2-3 көн, ҡайһы саҡ бер аҙна йөрөйҙәр ҙә йәнә ауырыйҙар. Яҙ көнө улар 9 аҙна ауырыны. Биборкаға лактоза ярамай, уға махсус балалар аҙығы кәрәк, ә уның 5 көнлөк курсы 5 евроға барып баҫа. Балалар аҙыҡ-түлеге фонды ярҙамында мин 1 евро 20 цент түләйем, ҡайһы саҡ бөтөнләй түләмәйем.”

Венгрияның көньяҡ сигендә урынлашҡан Батмоноштор ҡасабаһында Балалар аҙыҡ-түлеге фондының эксперименталь программаһы буйынса үткән йыл фәҡир ғаиләләрҙе дарыуҙар һәм балалар аҙыҡ-түлеге менән тәьмин итеү башланды. Программа уңышлы булды. Шәхси инвесторҙар һәм компанияларҙан килгән аҡсаға ярлы ғаиләләрҙәге 4 мең тирәһе бала ярҙам алды.

Беҙҙең “Фәҡирҙәр өсөн дарыуҙар” программаһы бар,”-тип һөйләй Балалар аҙыҡ-түлеге фонды президенты Габор Кирай.-Ул бик ябай. Беҙ врачтарға аҡса бирәбеҙ, ә улар уны мохтажлыҡ кисергән балалар һәм ауырлы ҡатындарға кәрәкле даруҙар алыуға тотона”.

Магдолна Дьюлаи – эксперименталь программала ҡатнашыусы врачтарҙың береһе. Һөйләүенсә, эшендәге төп кәртә- кешеләрҙең тыйнаҡлығы. Улар аҡса һорарға, үҙҙәренең проблемалары хаҡында һөйләргә ояла.

Кешеләрҙең күбеһе ояла. Улар балаларына кәрәкле дарыуҙарҙы ала алмауҙарын йәшерә. Ата-әсәләрҙең фекере буйынса, быны эшләргә ҡулдарынан килмәй икән, тимәк улар ата-әсәлек бурысын үтәмәй. Ас йөрөгән балаларҙың хәтере насарая, улар иғтибарын туплай, мәсьәлә һәм миҫалдарҙы сисә алмай, насар уҡый. Быларҙың барыһының да сәбәбе туҡланыу етешмәүҙә.”

Ата-әсәләр менән һөйләшкәс, дөрөҫөн асыҡлайбыҙ. Ашарға әҙерләп өлгөрмәнем тип әйтәләр икән, тимәк уларҙың ризыҡтары юҡ.”

Бәләкәстәр проблеманы күрмәй, шулай булырға тейеш тип ҡарай. Өлкәнерәктәргә бының өсөн һәм бының өсөн аҡса етмәй, уларҙы һуңғараҡ, мөмкинлек булғас алырбыҙ тип аңлатырға тура килә,”-ти әсәйҙәрҙең береһе хәбәрсебеҙ Изабелла Бенедекҡа.


Быйыл йәй венгр хөкүмәте ярлы ғаилә балаларына аҙыҡ-түлек өсөн 9.5 миллион евро бүлде, әммә ул ғына проблеманы хәл итмәйәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий