среда, 17 июня 2015 г.

Көньяҡ Кореяны Төньяҡ дезертирҙары ҡыуандырмай.


Төньяҡ Корея армияһынан бер дезертир, ике дәүләт араһындағы ныҡ һаҡланған зонаны үтеп, Көньяҡ Корея яғына сыҡҡан. Яңы ғына хеҙмәткә алынған һалдат, үҙе әйтеүенсә, КХДР армияһындағы шарттарға түҙә алмаған.

Көньяҡ Кореяла бындай йәшерен дезертирлыҡ сиктең тейешенсә һаҡланмауы хаҡында һөйләй, тип хафаланалар. Ошондай ваҡиға өс йыл элек тә булғайны, ул саҡта Көньяҡта юғары пост биләгән бер нисә хәрби үҙ посын юғалтты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий