среда, 17 июня 2015 г.

Мысыр: Мөхәммәт Мөрсиҙе һәм “Мосолман туғандар” башлыҡтарын үлем язаһы көтә.


Мысыр суды шишәмбе көн илдең элекке президенты Мөхәммәт Мөрсигә һәм “Мосолман туғандар” хәрәкәте башлыҡтарына ҡаты хөкөм сығарҙы. Мөрсиҙе яза һәм, сит дәүләт файҙаһына шпионлыҡ, дәүләткә хыянат итеү, 2011 йылда бик күптәрҙең төрмәләрҙән ҡасыуы өсөн, 45 йылға төрмә көтә.

Мосолман туғандар” хәрәкәтенең юғары пост биләгән өс ағзаһына, башлығы Мөхәммәт Бадианы ла индереп, үлем язаһы сығарылған.

Был тәүге инстанциялағы суд ҡарары. Элекке президент Мөхәммәт Мөрси ҙә, ”Мосолман туғандар” лидеры ла апелляция бирә ала. Апелляция биреү өсөн, билдәле юридик процедураларҙы үтәргә кәрәк,”-ти политолог Айман Самир.

Сит илгә ҡасҡан 80-дән ашыу кеше ситтән тороп хөкөм ителгән. Йәмғеһе 130 кеше хөкөм ителгән, араларында ХАМАС һәм Хезболлах радикаль хәрәкәттәр активистары ла бар.

Бынан алда АҠШ һәм Евроберләшмә Мысыр властарын кешелекле булырға, үлем язаһы сығармаҫҡа саҡырғайны. БМО етәкселеге был ҡарарға ҡарата үкенес белдерҙе.


Ҡарар Мөхәммәт Мөрси һәм ”Мосолман туғандар” лидерҙарының яҙмышын ниндәйҙер кимәлдә хәл итте, әммә барыһы ла асыҡланып бөтмәгән әле. Хөкөм ҡарарының үҙгәртелеү-үҙгәртелмәүе, үтәлеше властарҙан һәм юридик системала мөмкин булған үҙгәрештәрҙән тора,”-тип һөйләй Ҡаһирәнән euronews хәбәрсеһе Мөхәммәт Шәйхибраһим.

Комментариев нет:

Отправить комментарий