Бөтә
донъя мосолмандары изге Рамаҙан айына
инде- был ғибәҙәт һәм ураҙа айы. Ураҙа
тотоу- мосолмандарға фарыз биш һынауҙың
береһе, һау-сәләмәт бөтә мосолмандарға
ла ул мәжбүри.
Мосолмандар,
ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда сәхәр
ашап бөтөп, ҡояш батҡанға тиклем
ашау-эсеүҙән тыйылып тора. Ауыҙ асыу
ғәҙәттә һөт һәм финиктар менән башлана-
риүәйәттәр буйынса, пәйғәмбәребеҙ
Мөхәммәт (с.ғ.с.) тап шулай иткән. Бынан
тыш табынға дөгө ризыҡтары, йәшелсәләр,
аш һәм тәм-томдар ҡуйыла.
Ҡәбиләләр
араһындағы бәрелештәр туҡталмаған
Ливияла халыҡ аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың
уҙған йылға ҡарағанда ныҡ күтәрелеүенә
зарлана.
Көндөҙ
шау-шыулы байрамдар ойоштороу, көслө
музыка тыңлау хупланмай, ә аҡшамдан
һуң, күп ҡалалар төрлө-төрлө уттар менән
биҙәлә.
Ай
календарына ярашлы Рамаҙан айы 29 йәки
30 көн дауам итә һәм
Ураҙа
байрамы менән тамамлана.
Комментариев нет:
Отправить комментарий