пятница, 19 июня 2015 г.

Рим Папаһын экология менән ҡыҙыҡһыныуы өсөн тәнҡитләйҙәр.


Кесе йома көн Ватикан тәүге тапҡыр тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға бағышланған мөрәжәғәтен баҫтырып сығарҙы. Изге престол, иң бай илдәр мөрәжәғәтте ишетер һәм планета экологияһына насар тәьҫир итеүсе йәшәү рәүешен үҙгәртер, тип өмөтләнә.

Документты баҫтырып сығарыр алдынан, Рим папаһы Франциск Изге Петр майҙанындағы аудиенцияһы ваҡытында ла тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында һөйләне.

Рим папаһы Франциск:

Мин яуаплылылыҡҡа саҡырып мөрәжәғәт итәм. Ул Аллаһтың кешене бар иткән баҡсаны эшкәртергә һәм һаҡларға бойороуына нигеҙләнә”.

Күп кенә хоҡуҡ һаҡлаусылар һәм тәбиғәт һағында тороусы ойошмалар понтификтың белдереүен һәм таратылған мөрәжәғәтен хуплап ҡаршы алһа, экология темаһы Ватиканды бөтөнләй ҡыҙыҡһындырырға тейеш түгел тип уйлаусылар ҙа табылды.

Марко Полити, журналист:

Ул ундай кәңәш бирергә тейеш түгел. Ысынында иһә был уның эше түгел, ә ул сәйәсмәндәргә нимә менән шөғөлләнергә кәрәклеге хаҡында һөйләй.”

Үҙен АҠШ президенты кандидатлығына тәҡдим иткән Джеб Буш та шул уҡ фекерҙә. Консерватив дини ғаиләнән булған сәйәсмән сиркәүҙе глобаль йылыныу һәм климаттың үҙгәреүе кеүек мәсьәләләр ҡыҙыҡһындырмаҫҡа тейешлеге тураһында белдерҙе.











Комментариев нет:

Отправить комментарий