пятница, 19 июня 2015 г.

Чарльстондағы үлтереш: шик аҫтындағы әҙәмде тапҡандар һәм ҡулға алғандар.


Америка полицияһы Чарльстонда үлтереш ойошторған тип иҫәпләнгән әҙәмде тәүлек эсендә тапҡан һәм ҡулға алған. 21 йәшлек Дилан Руф күрше Төньяҡ Каролина штатында ҡулға алынған. Егет быға тиклем дә законһыҙ рәүештә шәхси территорияға үтеп инеүе һәм наркотиктар эше буйынса полиция ҡулына эләккән булған, ә һуңғы тыуған көнөнә бүләккә ул пистолет алған.

АҠШ президенты Барак Обама, илдә ҡоралды ирекле йөрөтөү проблемаһына ҡайтып, былай тип белдерҙе:

Бындай белдереүҙәр менән мин күп тапҡыр сығыш яһаным. Беҙгә бөтә факттар ҙа билдәле түгел, әммә шуны беләбеҙ: йәнә ғәйепһеҙ кешеләр һәләк булған. Бөгөнгө көн ҡайғы һәм һауығыу көнө. Әйҙәгеҙ, хәҡиҡәткә тура ҡарап, бер нәмәне таныйыҡ: алға киткән башҡа илдәрҙә күмәк үлтерештәр улай йыш булмай.”

Фажиғә шаршамбы кис була. Ҡораллы билдәһеҙ кеше ҡала үҙәгендә Калхун-стритта урынлашҡан сиркәүҙә ут аса. 9 кеше үлә. Араларында Көньяҡ Каролина штаты сенаты ағзаһы пастор Клемента Пинкни ҙа була. Һәләк булғандарҙың барыһы ла- афроамерикандар. Һөжүм ваҡытында сиркәүҙә ғибәҙәт барған.






Комментариев нет:

Отправить комментарий