Wikileaksҡа
нигеҙ һалыусы Джулиан Ассандждың
Лондондағы Эквадор илселегендә һыйыныу
урыны табыуына 3 йыл булып китте. Бындай
аҙымға ул уны енси енәйәттәрҙә ғәйепләгән
Швецияға экстрадициялауҙан ҡасыу өсөн
эшләне. Ошо өс йыллыҡты билдәләү өсөн,
Британия баш ҡалаһының Эквадор илселеге
бинаһы алдына тиҫтәләрсә кеше йыйылды.
Барыһы ла уны “намыҫ тотҡоно” һәм
“мәсекәйҙәргә һунар” ҡорбаны тип атап,
азат итеүҙе талап итте.
Ассандж
үҙе иһә һаман шведтарҙың суд органдары
менән осрашыуҙы көтә. Шаршамбы билдәле
булыуынса, Швеция прокуратураһы, тейешле
рөхсәт алынмау арҡаһында, Эквадор
илселегендәге ошо көнгә тәғәйенләнгән
Wikileaksҡа нигеҙ һалыусынан һорау алыуҙы
кисектерҙе, әммә уның вәкилдәре һорау
алыуҙың “июль аҙағына ҡәҙәр буласағын”
раҫланы.
Ассандж
эше иһә йәшәй. Wikileaks буйынса уның
арҡаҙаштары веб-сайт төҙөгән, унда реаль
ваҡыт режимында Британия хөкүмәтенең
Эквадор илселеген полиция күҙәтеүе
аҫтында тотоуға киткән сығымын теркәп
баралар (govwaste.co.uk). Уларҙың мәғлүмәттәре
буйынса, бөгөнгө көнгә күҙәтеү эшенә
15,7 миллион евро сарыф ителгән.
Шәмбегә
ҡарай шул уҡ кисте Wikileaks
параллель
рәүештә Сәғүд Ғәрәбстаны
сит ил эштәре министрлығы һәм короллек
учреждениеларының 60 меңдән ашыу
телеграммаһын баҫтырып сығарҙы. Улар
араһында 2011 йылда юҡ ителгән террорист
Усама бен Ладен улының АҠШ властарынан
атаһының үлеме хаҡындағы таныҡлыҡты
ебәреүҙе һорағаны ла бар.
Джулиан
Ассанж Швецияның енси енәйәттәр хаҡындағы
ғәйепләүҙәрен кире ҡаға килә, уларҙың
төбөндә сәйәси мотивтар ята, тип белдерә.
Стокгольм уны АҠШ-ҡа депортациялар, тип
хәүефләнә, ә унда уны 35 йылға төрмәгә
ултыртыуҙары, хатта, дәүләт департаментының
тиҫтәләрсә мең йәшерен документтарын
баҫтырып сығарғаны өсөн, шпионлыҡ
хаҡындағы закон буйынса үлем язаһына
тарттырыуҙары ла мөмкин.
Wikileaksҡа
нигеҙ һалыусы 2010 йылда, уның ресурсы
дәүләт департаментының йәшерен хатлашыуын
баҫтырып сығарғандан һуң, бөтә донъяға
билдәле булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий