суббота, 20 июня 2015 г.

Евросовет башлығы Грецияға дефолт менән янай.


Ошо ял көндәре Греция хөкүмәте һәм уларҙың дүшәмбеләге еврозона саммиты алдынан гректарҙың бурысы буйынса консультациялар алып барған халыҡ-ара кредиторҙарына көсөргәнешле эш көндәре булырға оҡшай.

Греция хөкүмәтен һайлау алдына ҡуйған мөһим мәлгә килеп еттек- улар йәки ярҙам хаҡындағы һәйбәт тәҡдимгә ризалаша, йәки дефолтҡа табан юл тота,-тип белдерҙе евросовет башлығы Дональд Туск.-Греция үҙе ҡарар ҡабул итергә һәм уның өсөн яуап бирергә тейеш. Әлегә әҙерәк ваҡыт бар, әммә бер нисә көн генә. Уны аҡыллы файҙаланырға кәрәк.”

Үҙ яғынан Греция премьер-министры Алексис Ципрас Санкт-Петербургтағы Халыҡ-ара иҡтисад форумында Греция алдында торған проблема бөтә Евроберләшмәгә хас булыуын, теләктәшлек һәм социаль ғәҙеллек принциптарына ҡайтыу кәрәклеген белдерҙе. Премьер-министр билбауҙарҙы ҡыҫтырып бәйләтеү сәйәсетенең киләсәге юҡлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Гректар, хөкүмәттәренең халыҡ-ара кредиторҙар менән һөйләшеүҙәре тамамланыуын көтөп тә тормайынса, 3 көн эсендә генә лә банктарҙағы иҫәптәренән 2 миллиард евро алды.

Таймс гәзите хәбәр итеүенсә, Европа Үҙәк банкы бындай шарттарҙа Греция банктары дүшәмбелә асылмауы ла ихтимал, тип иҫәпләй. Туристарға “көтөлмәгән хәлдәргә” әҙер булырға, үҙҙәре менән ҡулаҡса йөрөтөргә кәңәш итәләр.






Комментариев нет:

Отправить комментарий