воскресенье, 21 июня 2015 г.

Һиндостан: ялған араҡы эсеп, 74 кеше һәләк булған.


Һиндостан баш ҡалаһында, ялған араҡы эсеп, 74 кеше һәләк булған, зыян күргән йәнә 28 кеше хәстәханаларҙа ята. Полиция ялған эсемлек таратҡан 5 кешене ҡулға алған. 8 полицейский вазифаларынан бушатылған: уларҙы сауҙа итеүселәрҙе ҡурсалап йөрөгән, тип шикләнәләр. Һиндостанда йортта етештерелгән араҡыға,  градусын арттырыу өсөн, йыш ҡына метанол өҫтәйҙәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий