воскресенье, 21 июня 2015 г.

Тиҫтәләрсә мең кеше ҡаты экономия сараларына ҡаршы.


Шәмбе көн тиҫтәләрсә мең кеше идара итеүсе Консерватив фирҡә вәғәҙә иткән ҡаты экономия сараларына ҡаршы акцияға сыҡты. 7 майҙағы дөйөм парламент һайлауҙарында тори еңгәндән һуң, был тәүге манифестация. Акцияның ойоштороусыһы- “Халыҡ йыйылышы” йәмәғәт ойошмаһы. Уның етәкселәре бөтә ил буйынса “ҡаршылыҡ һәм граждандарҙың баш эймәү кампанияһын” башлауы хаҡында белдерҙе. Демонстрацияла ҡатнашыусылар араһында комик Расселл Брэнд та күҙгә салынды.

Яңы хөкүмәт сығымдарҙы кәметеүгә, айырыуса эшһеҙ йәштәргә пособиеларҙы кәметеүгә йөҙ тота,”-ти бер ҡатын.

Бында халыҡ илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән йыйылды, сөнки улар туҡтауһыҙ билбауҙарҙы ҡыҫып бәйләүҙән, бюджет ҡыҫҡартыуҙарынан һәм приватизацияларҙан арыны,”-тип өҫтәй эргәлә торған ир.

Йыйылған халыҡтың фекере буйынса, яңы властар социаль тигеҙһеҙлекте көсәйтеүсе сәйәсәт алып бара. Айырым алғанда, фәҡирҙәрҙең тормош кимәле түбәнәйгән мәлдә, байҙарҙың килеме күбәйеүе, һаулыҡ һаҡлау системаһындағы реформа, юғары уҡыу йорттарында белем алыуға хаҡтарҙың күтәрелеүе менән риза түгелдәр.

Власҡа килгәс тә, Дэвид Кэмерон, социаль пособиеларҙы ла ҡырҡып, дәүләт бурысын 18 миллиард евроға ҡыҫҡартырға вәғәҙә бирҙе.







Комментариев нет:

Отправить комментарий