понедельник, 22 июня 2015 г.

Бельгия халҡы гректар менән теләктәш.


Дүшәмбе көн еврозона илдәре башлыҡтарының формаль булмаған саммиты үтәсәк Брюсселдә Греция халҡы менән теләктәшлек демонстрацияһы уҙҙы. Урамдарға меңдәрсә кеше сыҡты. Бер нисә тиҫтә ойошма вәкиле ҡаты экономия сараларына ҡырҡа ҡаршы сыҡты. Уларҙың ҡулдарындағы плакаттарға былай тип яҙылғайны: “Беҙ бөтәбеҙ ҙә гректар!”

Греция менән нимә эшләһәләр, улар беҙҙең менән дә шуны эшләй. Шуның өсөн беҙ бөгөн бында. Беҙ Греция өсөн генә килмәнек, беҙ үҙебеҙҙе лә яҡлайбыҙ,”-ти оло йәштәге ир.

Төп иғтибар үҙәгендә финанс һәм банктар түгел, кеше булырға тейеш. Европа ундай булырға тейеш түгел. Берләшкән Европа үҙенең ҡиммәттәрен иҫтә тоторға бурыслы,”-тип үҙ фекерен белдерә йәш ҡатын.

Euronews хәбәрсеһе һөйләй: 

Бельгияның меңдәрсә халҡы, гректар, ЕС-тың башҡа ил граждандары һөйләшеүҙәр үтәсәк Брюсселдә йыйылды. Еврозона етәкселәренә улар аныҡ сигнал бирҙе: Гренция халҡына теләктәшлек күрһәтеү. Дүшәмбеләге ултырыш ил халҡының яҙмышын хәл итеүе ихтимал.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий