вторник, 23 июня 2015 г.

Япония: Окинавалағы һуғыш тамамланыуға 70 йыл.


Окинавалағы Итоман ҡалаһында көньяҡтағы был утрау өсөн барған һуғыш тамамланыуҙың 70 йыллығына арналған матәм тантанаһы үтте. Тантанала Япония премьеры Синдзо Абэ, милли парламент етәкселәре, Токиолағы АҠШ илсеһе Кэролайн Кеннеди ҡатнашты.

Икенсе Бөтә донъя һуғышының ҡоро ерҙәге ҙур алышы 240 меңдән ашыу кешенең ғүмерен өҙә. Утрауҙағы һәр дүртенсе кеше һәләк була.
Яҡындарын юғалтҡан ғаиләләр вәкиле һөйләй:

70 йыл үтһә лә һуғыштың тамамланмауын тоябыҙ. Әле булһа ерҙә, төҙөлөш урындарында һәләк булғандарҙың һөлдәләрен, шартламаған Америка бомбаларын табабыҙ. Былар- Окинаваның һуғыштан ҡалған эҙҙәре, йөйҙәре.”

Кабинет башлығы Синдзо Абэның сығышын шундай тауыштар бүлде: “Һин бында нимә эшләйһең, өйөңә ҡайтып кит!”

Токионың АҠШ базаһын икенсе урынға күсерергә ниәтләүе утрау халҡының асыуын ҡабарта. Улар уны Окинаванан бөтөнләй сығарыуҙарын теләй. АҠШ базаларының утрау халҡына һалған ауырлығын йомшартыу өсөн, Абэ бөтә көсөн һалырға һүҙ бирҙе, әммә аныҡ ҡына вәғәҙәләр бирмәне.


Комментариев нет:

Отправить комментарий