четверг, 25 июня 2015 г.

Дуҫың әгәр шундай булһа...Американың шымсылыҡ итеүе хаҡындағы мәғлүмәт Францияның асыуын ҡабартты.


Париж Вашингтондан Франция һәм уның етәкселегенә ҡарата разведка эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы талап итте. Был хаҡта республиканың сит ил эштәре башлығы Лоран Фабьюс министрлыҡҡа саҡыртылған АҠШ илсеһе Джейн Хартли менән осрашыу аҙағында белдерҙе. Ә иртән ил президенты Франсуа Олланд кисекмәҫтән Оборона һәм милли именлек советы ултырышын йыйҙы. Париж шымсылыҡ хаҡындағы мәғлүмәтте “үҙ именлегенә ҡул һуҙыу” тип баһаланы.

Террорист тип аталғандар артынан күҙәтеү алып барыуҙы аңлап була,- тип белдерҙе Фабьюс.-Әммә союздаш илдәрҙең һәм дуҫ дәүләттәрҙең башлыҡтары артынан шымсылыҡ итеүҙе аңлап булмай. Мин, аңлатма биреүҙе талап итеп, илсегә мөрәжәғәт иттем.”

Бынан алда Liberation гәзите, Wikileaks сайтына эләккән документтарға таянып, АҠШ-тың Милли именлек агенствоһы 2006-2011 йылдарҙа француз президенттары Жак Ширак, Николя Саркози һәм Франсуа Олландтың телефон аша һөйләшеүҙәрен тыңлауы һәм электрон хәбәрҙәрен күҙәтеп барыуы тураһында яҙып сыҡҡайны. Ә АҠШ властары Европа союздаштарына ҙур ышаныс һәм хөрмәт менән ҡарауҙары хаҡында белдерә килде. Бынан алда ГФР канцлеры Ангела Меркель телефонын тыңлауҙары ла билдәле булды.


Wikileaks буйынса, министрҙар, юғары вазифа биләгән француз чиновниктары, депутаттар һәм дипломаттар артынан да шымсылыҡ ойошторолған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий