пятница, 26 июня 2015 г.

Сығарып ташламаҫҡа: Данияла сәнәғәт ҡалдыҡтарын аҡсаға әйләндерәләр.


Бизнес планетаһы” программаһы сираттағы сығарылышты сәнәғәт симбиозына арнай. Һүҙ нимә тураһында бара? Берәүҙәрҙең етештереү ҡалдыҡтары икенселәрҙең сәнәғәт материалына әйләнеүе хаҡында...

Эшкә лә, тирә-яҡ мөхиткә лә файҙа биргән алымды бына 40 йыл инде Данияның Калуннборг предприятиелары ҡуллана. Сәнәғәт ҡалдыҡтары, артыҡ һыу, электр энергияһын тапшырыуҙың ҡатмарлы системаһы менән Метте Сковьбьерг идара итә. Ул асыҡлыҡ индерә:

Был системала урындағы 7 сәнәғәт компанияһы; бындай симбиоз уларға атмосфераға углекислый газды бүлеп сығарыуҙы һиҙелерлек кәметергә мөмкинлек бирҙе, өҫтәүенә йылына 80 миллион евро экономиялай.

Яңы компаниялар иҫәбенә партнер-предприятиелар селтәрен киңәйтеү тураһында Метте ныҡ хәстәрлек күрә. Төп урында- бәләкәй һәм уртаса предприятиелар.

Бизнес планетаһы” цистерналар йыуыуға махсуслашҡан шундай бер фирмала булды. Был станцияла ҡулланылған бик күп һыу тороп ҡала. Компания етәкселеге Метте менән бергә уны ҡайтанан ҡулланыу юлдарын эҙләй. Менеджер Кен Гарде былай тип аңлата:

Сәнәғәт симбиозына ҡушылыу электрҙы ғына ике тапҡыр кәмерәк ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк. Беҙ экологияны ҡурсалаусы компания булдырыу хаҡында уйлайбыҙ, был беҙҙең өсөн дә, клиенттарыбыҙ өсөн дә мөһим. Ә ҡалдыҡтарҙы экономиялауҙан килгән аҡсаны икенсе цистерналар йыуыу фирмаһы асыу өсөн файҙалана аласаҡбыҙ.”

Метте һыуҙы экономиялы таҙартыу юлын тәҡдим итә; киләһе этап- фирманың пластик, металл кеүек башҡа ҡалдыҡтарын һаҡсыл тотоноу. Компанияның фекере шундай: ҡалдыҡтарҙы аҡыллы рәүештә файҙаланыу- перспективалы һәм килемле үҫеш юлы.

Метте предприятиелағы яңы проекттың һәр этабында ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер:

Хәҙер фирмаға сәнәғәт симбиозына инеү өсөн ҡулай булған партнерҙар табырға кәрәк. Метал ҡалдыҡтары менән эш еңел һәм ябай, һыу мәсьәләһенә килгәндә, ул оҙаҡҡараҡ- бер йыл самаһына һуҙылыуы ихтимал.”

Симбиоз системаһындағы компаниялар асылда ҡалдыҡһыҙ етештереүгә күсә. Элек түгелгән, ташланған нәмәләр килем килтерә башлай. Каллунборг тәжрибәһен Данияның сәнәғәт симбиозы агенствоһы илдең барса компанияларына ла өйрәнергә тәҡдим итә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий