воскресенье, 28 июня 2015 г.

Греция парламенты кредиторҙар программаһы хаҡында референдум үткәреүҙе хупланы.


Греция парламенты халыҡ-ара кредиторҙарҙың шарттарын ҡабул итеү хаҡында 5 июлдә референдум үткәрҙе раҫланы. 178 депутат уны хуплаһа, 120-һе ҡаршы булды. Идара итеүсе Сириза һәм “Бойондороҡһоҙ гректар” блогын үтә уң “Алтын таң” фирҡәһе яҡлап сыҡты. “Яңы демократия,” “Йылға,” Грецияның коммунистар фирҡәһе һәм Бөтә гректар социалистик хәрәкәте референдумға ҡаршы булды.

Тауыш биреү алдынан премьер-министр Алексис Ципрас сығыш яһап, хөкүмәттең “Греция халҡы һайлаған юлға хөрмәт менән ҡараясағын” белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта ул һайлаусыларҙы, кредиторҙарҙың тәҡдимен Грецияны “иҡтисади колонияға” әйләндереүгә йүнәлтелгән ультиматумтип атап, унан баш тартырға саҡырҙы.

Иң ҙур “Яңы демократия” оппозиция фирҡәһе лидеры Антонис Самарас фекере буйынса, кредиторҙарҙың программаһынан баш тартыу- Грецияның евро зонаһынан сығыуы тигән һүҙ.

Стаматис Гианнисис, Евроньюс:


Оппозиция менән ҡаты бәхәстәрҙән һуң, хөкүмәт коалицияһы парламентта еңеү яуланы һәм йәкшәмбелә Грецияның евро, хатта Евросоюзға ҡарата киләсәген билдәләйәсәк референдум үткәреүгә юл асты. Хәл иткес һүҙҙе бер аҙнанан грек һайлаусылары әйтәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий