понедельник, 29 июня 2015 г.

“Азатлыҡ флотилияһы”н Газа секторы ярҙары буйында туҡтатҡандар.


Азатлыҡ флотилияһы”н Газа секторы ярҙары буйында туҡтатҡандар. Израилдең сик буйы һаҡсылары Криттан сыҡҡан 4 караптың береһен- конвой флагманын, шведтарҙың “Марианна”һын туҡтатҡан. Ҡалған өсәүһе кире боролған.

Һаҡ аҫтына алынған карап бортындағы активистар араһында- Тунистың элекке президенты һәм Израиль парламенты депутаты.

Израилдең киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, операция ваҡытында ҡорбандар һәм зыян күреүселәр булмаған. “Флотилия” активистары бынан алда сик буйы һаҡсыларына ҡаршылыҡ күрһәтергә йыйынмауҙары хаҡында бер нисә тапҡыр белдергәйне, хатта тейешле психологик әҙерлек тә үткәндәр.



Комментариев нет:

Отправить комментарий