вторник, 30 июня 2015 г.

Ципрас: Грецияны евро зонаһынан сығарып ташламаясаҡтар, сөнки был ҡиммәткә төшәсәк.


 “Халыҡ-ара кредиторҙар Грецияны евро зонаһынан сығарып ташламаясаҡтар, сөнки был үтә лә ҡиммәткә төшәсәк”, -тип белдерҙе Алексис Ципрас дүшәмбе кис милли телевидение аша күрһәтелгән интервьюла. Уның фекере буйынса, 5 июль референдумына сығарылған һорауға граждандарға “юҡ” тип яуап бирергә кәрәк.

Референдумға килеүселәр, “юҡ” тип әйтеүселәр ни ҡәҙәр күп булһа, яңы нигеҙгә ҡоролған һөйләшеүҙәр башлауға өмөт шул ҡәҙәр күберәк буласаҡ,”-тип белдерҙе Ципрас.

Греция премьеры шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: кредиторҙар барыһына ла Европаның иҡтисади һәм финанс сәйәсәте үҙгәрешһеҙ ҡаласағын күрһәтергә тырыша.

 Ципрас премьер посын бер нәмәгә ҡарамай һаҡлап ҡалырға йыйынмауын да белдерҙе. Аналитиктарҙың фекере буйынса, әгәр граждандар кредиторҙарҙың яңы программаһына “эйе” тип яуап бирһә, Сириза һәм Бойондороҡһоҙ гректархөкүмәте отставкаға китеүе лә ихтимал.

Хөкүмәт башлығы ситләтеп кенә шишәмбе көн, банктар быуылып ташлау сәбәпле, Халыҡ-ара валюта фондына миллиард ярым бурысты түләмәйәсәктәрен дә аңғартты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий