вторник, 30 июня 2015 г.

Индонезияла авиаһәләкәт: хәрби самолет йорттар өҫтөнә ҡолаған.


Индонезияла авиаһәләкәт: Геркулес хәрби-транспорт самолеты Медан ҡалаһы өҫтөнә ҡолаған. Рәсми рәүештә 38 кешенең үлеме раҫланған.

Медан- илдә ҙурлығы буйынса өсөнсө урында торған ҡала. Ул Суматра утрауының төньяғында урынлашҡан. Шаһиттар һөйләүенсә, самолет “Голден Элеван” ҡунаҡханаһы өҫтөндә шартлаған. Ҡолаған саҡта, бер нисә бинаға һәм автомобилгә бәрелгән.

Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, самолет бортында 113 кеше булған. Ысынлап та, тәүҙә пассажирҙар һаны шулай булған, әммә Джакартанан шишәмбе иртән сыҡҡан самолет Пеканбару һәм Меданда туҡталыш яһаған. Халыҡтың байтағы был ҡалаларҙа төшөп ҡалған.

Индонезия ҡораллы көстәренең рәсми вәкиле Фуат Басья урындағы телевидение эфиры аша хәрби-транспорт самолет бортында 62 кеше осоуын хәбәр иткән- 50 пассажир һәм, экипаж ағзаларын да индереп,12 хәрби хеҙмәткәр.

Самолет осоштан һуң бер нисә минут үткәс, үҙе осоп киткән авиабазанан 5 километр алыҫлыҡта ҡолаған. Шаһиттарҙың һүҙҙәре буйынса, ул “Голден Элеван”ҡунаҡханаһы ҡыйығы өҫтөндә шартлаған. Ул ҡолаған урында янғын башланған.

Индонезия Хәрби һауа көстәре генштабы начальнигы хәбәр итеүенсә, двигателдең боҙолоуы һәләкәткә алып килгән булырға тейеш. Уның әйтеүенсә, һәләкәт алдынан пилот двигателдәге проблема хаҡында хәбәр иткән һәм кире аэродромға ҡайтырға рөхсәт һораған. Самолет боролош яһағанда ҡолаған, тип уйлайҙар.

Америкала етештерелгән “Геркулес С-130” самолеты 64 йылда сығарылған. Медандағы фажиғәнән һуң, Индонезия парламенты ил президентына Хәрби һауа көстәренең иҫке самолеттарын иҫәптән сығарыуҙы талап итеп мөрәжәғәт иткән.

Хәҙер ҡораллы көстәрҙең авиапаркы башлыса сифаты түбән булған иҫке самолеттарҙан тора. Һалдаттарыбыҙҙың уларҙы файҙаланырға мәжбүр булыуы оят,”-тип белдерҙе был инициатива менән сығыш яһаған депутаттар.

Индонезия киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, самолетта пассажирҙарҙан тыш һуғыш припастары ла булған.







Комментариев нет:

Отправить комментарий