среда, 1 июля 2015 г.

Европа эҫенән йонсой.


Европа эҫенән йонсой. Көньяҡ региондарҙа юғары хәүеф кимәле индерелгән. Медицина хеҙмәте вәкилдәре, тиҫтәләрсә мең кешенең үлеменә сәбәпсе булған 2003 йылғы һәләкәт ҡабатланмаҫ, тип өмөт итә. Испания, Франция, Португалия, Италия , Бельгия, Швейцария, Бөйөк Британия һәм Голландияла термометр бағанаһы 40 градус билдәһенә яҡынайҙы. Швеция, Дания, Норвегия һәм Финляндияла иһә 30 градуслы эҫе тора.

Италияның метеохеҙмәте илдең төньяғынан алып көньяғына ҡәҙәр Цельсий буйынса 35-39 градус кимәлендә эҫеләр торасаҡ тип прогноз яһай. Кешеләр фонтандарға, һалҡын сиркәү, ғибәҙәтханаларға һыйына.

Испанияның көньяҡ региондарында эҫе айырыуса ҡаты тора. Термометр бағанаһы 44 градусҡа күтәрелгән. Властар юғары хәүеф кимәле индергән.

Бик ҡыйын. Бында, Севильяла, һеҙ кондиционерһыҙ йоҡлай алмаясаҡһығыҙ. Был мөмкин түгел,”-ти Севильяла йәшәүсе ҡатын.

Франция метеохеҙмәте лә уғата эҫе аҙна хаҡында киҫәтә- илдең көньяҡ-көнбайышында температура 36-40 градус тирәһе буласаҡ. Парижда 35-37, Лионда 41 градус көтөлә.

Үҙеңде эҫегә әҙерләргә кәрәк,-ти Парижда йәшәүсе ир.-Һыуҙы күп эсергә кәрәк, торлаҡтан кискә ҡарай ғына сығырға мөмкин, барса эштәрҙе иртәнге яҡта башҡарырға һәм көндөҙгө эҫенән һаҡланырға кәрәк.”

Европаның киң мәғлүмәт саралары юғары температура шарттарында граждандарҙы бик һаҡ булырға саҡыра- мөмкин тиклем өйҙәрәк торорға һәм күберәк ял итергә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий