пятница, 17 июля 2015 г.

1945 йылғы атом мәхшәре АҠШ-та һаман бәхәстәр тыуҙыра.


70 йыл элек 1945 йылдың 6 һәм 9 авгусында Американың ике бомбардировщигы Японияның Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбалары ташланы. Японияның артабанғы капитуляцияһы менән Икенсе донъя һуғышы тамамланды, әммә кешелек өсөн был бомбаға тотоуҙар ядро эраһы башланыуын билдәләне.

Хиросимаға бомбаға ташлаған самолет, пилоты әсәһенең исеме менән уны“Энола Гэй” (Enola Gay) тип атағайны, әлеге мәлдә АҠШ-тың Смитсон институты Милли авиация һәм космонавтика музейында күргәҙмәгә ҡуйылған.

Вашингтонда Хиросима һәм Нагасакиҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә ойошторолған күргәҙмәгә “ядро бәшмәге”нән һуң тороп ҡалған әйберҙәр, фажиғәгә бәйле фотолар ҡуйылған. Күргәҙмә кураторы, тарих профессоры Питер Кузник һөйләй:

Японияға ташланған атом бомбаһы бер ҙә юҡҡа йөҙҙәрсә мең ғәйепһеҙ кешене генә үлтереп ҡалманы, планетала бөтә тереклекте юҡҡа сығарыу мөмкинлеген дә күрһәтте. Гарри Трумандың бомбаға тотоуҙың нимә менән бөтөрөн алдан белеүе мине бигерәк тә шаҡ ҡатырҙы.”

Ике бомбанан һәм уның шартлау эҙемтәләренән сирек миллион кеше һәләк булған, шуға ҡарамаҫтан, ядро ҡоралы бөйөк державаларҙың ҡорал арсеналында. Тарихсы Мартин Шервин һөйләй:

Оппенгеймер әйтеүенсә, асылда еңелгән дошманыңа ҡаршы атом бомбаһын ҡулланыу ядро ҡоралын законлаштырҙы, уны эшләп сығарыуға Сталинды бөтә көсөн һалырға мәжбүр итте һәм ҡыҙыу ҡоралланыуға ойотҡо һалды. Ә Эйзенхауэр администрацияһы осоронда ул ҡот осҡос төҫ алды.”

Бомба яҡлыларҙың аргументы шуға ҡайтып ҡала: Нагасаки һәм Хиросимаға һөжүм, һуғышты тиҙ арала тамамлап, күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән.

Евроньюс хәбәрсеһе Штефан Гробе АҠШ-тың Милли авиация һәм космонавтика музейында булды:

Хиросима һәм Нагасакиҙы бомбаға тотоу тарихи перспективаға ҡарашыбыҙҙы ҡырҡа үҙгәртте. Шул замандан бирле донъяла күп ҡанлы ҡораллы конфликттар булды. Минең артта торған самолет килтергән афәтте улар һалмаһа ла, бомбаға бәйле ҡурҡыу әле лә йәшәй.”







Комментариев нет:

Отправить комментарий