пятница, 17 июля 2015 г.

Яңы ай тыуыуы Рамаҙан айының тамаланыуы хаҡында хәбәр итте.


Мәккә күгендәге яңы ай, мосолмандар өсөн изге булған Рамаҙан айы тамамланып, Ураҙа байрамы башланыуы хаҡында хәбәр итте.

Күп кенә мосолман илдәрендә, айырым алғанда, Ираҡта, Ураҙа байрамы юғары хәүефһеҙлек саралары фонында үтә.

Сәлмән әл-Йомали:

Ираҡка тыныслыҡ һәм именлек килер тип өмөт итәбеҙ. Үҙ йорттарын ташлап киткән ғаиләләр ҡайтһын. Ираҡ халҡына именлек теләйем.”

Ураҙа байрамы алдынан Газа секторында баҙарҙар көнсығыш тәм- томдары менән тулған. Тик күп кешеләр ул ризыҡтарҙы ала алмай.

Һуғышҡа ҡәҙәр беҙ печеньелар, тәм-томдар бешерә, балаларға кейем-һалым ала инек. Ысын байрам була торғайны ул,-ти оло йәштәге ҡатын.-Был юлы печенье бешерергә лә мөмкинлек булманы. Миңә ул 800 шекелгә барып баҫыр ине, ә миндә йөҙө лә юҡ.

Мосолмандар Ураҙа байрамында байрам табынына яҡындары, дуҫтары, күршеләре менән бергә ултыра, фәҡирҙәргә мәрхәмәт күрһәтә. Шулай уҡ мосолмандар, ҡәберҙәренә барып, байрамда ата-бабаларын хөрмәтләп иҫкә ала.


Комментариев нет:

Отправить комментарий