среда, 15 июля 2015 г.

Могерини: “Иран менән килешеү барыһы өсөн дә һәйбәт.”


Көслө сәйәси ихтыяр көсө күп һанлы ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итте,”-ЕС-тың Сит ил эштәре буйынса баш вәкиле Федерика Могерини шишәмбеләге Ирандың ядро программаһы буйынса күптән көтөлгән килешеү төҙөлөүен шулай баһаланы.

БМО-ның 5 даими Именлек советы ағзаһы, Германияның һәм Ирандың һөйләшеүҙәре 12 йылдан ашыуға һуҙылды. Донъя матбуғаты хәҙер бер тауыштан “халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙәге алға китеш”хаҡында һөйләй.

Иран менән килешеү тексы кисемәҫтән баҫылып сығасаҡ һәм яҡын арала БМО-ның Именлек советына раҫлауға тапшыраласаҡ. Таһран килешеү йөкләмәләрен үтәй башлағанға ҡәҙәр, Иранға ҡаршы сәйәси һәм иҡтисади санкциялар үҙ көсөндә ҡаласаҡ әле.

Һөйләшеүҙәр тамамланғас, Федерика Могерини Евроньюсҡа эксклюзив интервью бирҙе. Тәүге һорау былай ине: “Ниндәй сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеү ауырға төштө?”

Могерини: 6-7 бик ауыр проблема килеп тыуҙы. Беҙ уларҙы бер пакетҡа берләштерҙек; һөйләшеүҙәрҙең ыңғай рухын боҙмаҫ өсөн һәм һәм һәр яҡ та сығып “был һәйбәт килешеү” тип әйтә алһын өсөн, мәсьәләне хәл итеүгә бик уйлап тотондоҡ. Иң мөһиме шул: ҡул ҡуйған яҡтар өсөн дә, ҡалған халыҡ-ара йәмәғәтселек өсөн дә был һәйбәт килешеү.

Һөйләшеүҙәр БМО мандаты менән башланды, беҙ быны үҙебеҙҙең ил халыҡтары, Европа, Иран, Америка өсөн генә эшләмәнек, башҡалар өсөн дә, бөтә халыҡ-ара йәмәғәтселек өсөн эшләнек.

Евроньюс: Килешеү барып сыҡмаҫ кеүек тойолған мәлдәр булманы?

Могерини: Позициялар ныҡ айырылған, бер-береһенән ныҡ алыҫ торған һымаҡ хәлдәр булды, ул саҡта килешеү, ысынлап та, килеп сыҡмаҫ һымаҡ ине. Тик ике яҡтың да сәйәси ихтыяр көсө үтә лә ныҡлы булды, барыһында ла тәүәккәллек, маҡсатҡа ынтылыш, яуаплылыҡ, иҫ киткес ҙур яуаплылыҡ күренде. Былар күп һанлы кәртәләрҙе еңеп сығырға мөмкинлек бирҙе. Хәҙер Иран проблемаһын, ядро проблемаһын хәл итеүгә, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҙгәртеп, ышанысҡа нигеҙләнеп ҡорорға мөмкинлек тыуҙы.

Евроньюс: ЕС һәм Иран хәҙер яҡынайырмы икән?

Могерини: Европа союзы ла, ЕС-тың ил-ағзалары ла был килешеүҙе тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерергә ниәтләй. Был бик мөһим эш. Ул саҡта беҙ Иран менән сәйәси хеҙмәттәшлекте һәм мөнәсәбәттәрҙе нығыта, күберәк бергә эшләй аласаҡбыҙ.

Евроньюс: Рәсәй ҙә һөйләшеүгә өлөш индерҙе. Был Рәсәй менән артабан хеҙмәттәшлеккә юлдар асмаймы?

Могерини: Был мәсьәлә буйынса ошо форматтағы Рәсәй менән хеҙмәттәшлек бик ыңғай булды. Әлбиттә, килешеүҙе төҙөүгә һәр яҡтың үҙенең сәйәси ҡыҙыҡһыныуы бар ине. Рәсәй ҙә үҙ ролен уйнаны. ЕС һәм Рәсәй бергәләп эшләгән, башҡалар менән бергәләп хеҙмәттәшлек иткән проблемалар ҙа бар. Мәҫәлән, Яҡын Көнсығыштағы тыныслыҡ процесы, унда ЕС, АҠШ, Рәсәй һәм БМО квартет һымаҡ сығыш яһай. Был яҡшы һөҙөмтәләр бирә, беҙҙең хеҙмәттәшлектең емештәре бар. Яҡын Көнсығыштағы тыныслыҡ процесы өҫтөндә эшләйһе бар, әммә формат үҙен яҡшы күрһәтте. Был шуны аңлата: мөһим глобаль һәм региональ темалар буйынса хеҙмәттәшлек итә алабыҙ һәм беҙ уны файҙаланырға тейешбеҙ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий